Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
5 Апрель 2022, 14:40

Беренселәрҙән булып яҙылдылар

Солтанбәк урта мәктәбе коллективы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй  ун көнлөк сиктәрендә  был юлы ла беренселәрҙән булып гәзит-журналдарға  яҙылып ҡуйҙы. Афарин, солтанбәктәр!  

Беренселәрҙән булып яҙылдылар
Беренселәрҙән булып яҙылдылар

 

“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында  ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы һәр ваҡыт рухлы, әүҙем, егәрле булыуҙары менән айырылып торҙо. Районыбыҙҙа иғлан ителгән акцияларҙы, һәр төрлө изге башланғыстарҙы "һә" тигәнсе күтәреп алып, бергәләп тормошҡа ашырҙылар.

Солтанбәк мәктәбе коллективы бына инде күп йылдар дауамында матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙыла. Был юлы ла улар һынатманы. “Мәктәп директоры Регина Альберт ҡыҙы Насырова  етәкселегендә уҡытыусылар 2022  йылдың икенсе  ярты йыллығына берҙәм булып яҙылып ҡуйҙы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына ла берҙәм яҙылдылар” ,  - тине бөгөн уҡытыусылар янына инеп гәзит-журналдарға яҙҙырыусы  Солтанбәк ауылы почтальоны Гөлшат Зөфәр ҡыҙы Ғәббәсова.

  Тырыш коллективҡа “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Ышаныч” район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгәндәре  өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә шулай рухлы, әүҙем, йәнтөйәктәренең ысын патриоттары булып, илһамланып эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ!

#Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы
#Трезвоесело2021Султанбеково
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КурултайбашкирАскинскогорайона
#Аскинскинскийрайон

#Матбуғат2022
#Декадаподписки

Наилә Имаева.

Беренселәрҙән булып яҙылдылар
Беренселәрҙән булып яҙылдылар
Читайте нас: