Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
16 Декабрь 2021, 15:45

Эстафетаға изге күңелле райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән   “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына етәкселәрҙән тыш изге күңелле кешеләр ҙә ҡушылып, ауыр шарттарҙа йәшәгән, күп бала тәрбиәләгән райондаштарыбыҙға гәзит бүләк итә. Шундайҙарҙың береһе — Асҡындан Гөлфинә Үҙәнбаева.

Эстафетаға изге күңелле райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды
Эстафетаға изге күңелле райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды

Асҡын ауылында йәшәүсе әүҙем ағинәй Гөлфинә апай Үҙәнбаева мәрхәмәтлек эстафетаһы тураһында ишетеп, редакцияға килде һәм “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, баҫманы Асҡындан дүрт бала тәрбиәләүсе Шакировтар ғаиләһенә бүләк итте.

Райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, спорт яратыусы, матурлыҡҡа ғашиҡ ағинәй үҙе лә “Йәнтөйәк” гәзитен оҙаҡ йылдар алдыра.   

Илһөйәр Махатова.

Эстафетаға изге күңелле райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды
Эстафетаға изге күңелле райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: