Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Декабрь 2021, 12:45

Бүләккә - «Аҡбуҙат» журналы

“Изгелек ағасы” эстафетаһына Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин да ихлас ҡушылды.Тулыраҡ: #Изгелекағасы#Дереводобра#Матбуғат2022Асҡынрайоны#Подписка2022Аскинскийрайон  

Бүләккә - «Аҡбуҙат» журналы
Бүләккә - «Аҡбуҙат» журналы

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһы районыбыҙ буйлап юлын дауам итә. Изге һәм сауаплы эшкә етәкселәр һәм күренекле яҡташтарыбыҙ көндән-көн әүҙемерәк ҡушыла бара.

Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин да эстафетаға ҡушылып, мәктәп уҡыусыларына «Аҡбуҙат» журналына яҙҙырып бүләк итте.

4-се класс уҡыусыһы Илнара Ҡазыханова, 1-се класс уҡыусыһы Юлиана Әминева, 3-сө класс уҡыусыһы Тимур Зиннәтуллин, 2-се класс уҡыусыһы Лилиә Юлдашева Азат Ғәлимйән улы бүләк иткән “Аҡбуҙат”ты 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында алып уҡыясаҡ.

 

Азат Ғәлимйән улы артабан эстафетаны Көнгәк урта мәктәбе директоры Барый Ниғәмәтйән улы Шәрәфисламовҡа тапшырҙы.

 

 

Наилә Имаева.

 

Бүләккә - «Аҡбуҙат» журналы
Бүләккә - «Аҡбуҙат» журналы
Читайте нас: