Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
12 Декабрь 2021, 14:50

“Изгелек ағасы” эстафетаһы Татарстан Республикаһына барып етте

Тағын бер яҡташыбыҙ, Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе Сулпан Әғләмова (Ғлимшина) “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһына ихлас ҡушылды.

“Изгелек ағасы” эстафетаһы Татарстан Республикаһына барып етте
“Изгелек ағасы” эстафетаһы Татарстан Республикаһына барып етте

Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнашты. Бына тағын бер яҡташыбыҙ, Асҡын районының Баҙансат ауылында тыуып үҫеп,  бөгөнгө көндә Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе Сулпан Әғләмова (Ғлимшина)  ла эстафетаға ихлас ҡушылды. Сулпан Рәмил ҡыҙы — шәхси эшҡыуар, күсемһеҙ милек буйынса белгес. Эстафетаны ул ауылдашы, Нефтекамала йәшәүсе Илзирә Карамованан ҡабул итеп алды һәм “Йәнтөйәк” гәзитен үҙенең беренсе уҡытыусыһы, хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Ләлә  Ильяс ҡыҙы Иҙрисоваға бүләк итте.

Афарин, Баҙансат ауылынан сыҡҡан яҡташтарыбыҙ! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә яҡшылыҡ булып ҡайтһын!

Илһөйәр Махатова.

“Изгелек ағасы” эстафетаһы Татарстан Республикаһына барып етте
“Изгелек ағасы” эстафетаһы Татарстан Республикаһына барып етте
“Изгелек ағасы” эстафетаһы Татарстан Республикаһына барып етте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: