Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
10 Декабрь 2021, 18:30

Урмияҙҙа - яңы начальник

Урмияҙ почта бүлексәһендә яңы начальник эш башланы.

Урмияҙҙа - яңы начальник
Урмияҙҙа - яңы начальник

 

Ниһайәт, бер нисә ай почта бүлексәһе етемһерәп торғандан һуң, был вазифаға Урмияҙ ауылында йәшәүсе Альмира Әлтәф ҡыҙы Ибраһимова тәғәйенләнде.

Урмияҙ ауыл биләмәһенә ҡараған почта бүлексәһе Урмияҙ, Иҫке һәм Яңы Күскилде, Үтәш, Үршиҙе ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Хат ташыусылар Рәфүзә Талипова - Урмияҙҙа, Фәнүзә Сафина – Иҫке һәм Яңы Күскилделә, Зәнидә Алтдинова – Үтәштә, Эльвира Нуриева Үршиҙелә эшләй.

Быға тиклем бөтә күрһәткестәр буйынса ла алдынғылыҡты бирмәгән Урмияҙ почта бүлексәһе тағы ла беренселәр рәтенә сығып, үҙ уҡыусыларын йыйып, гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса планды үтәр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Наилә Имаева.

 

Урмияҙҙа - яңы начальник
Урмияҙҙа - яңы начальник
Читайте нас: