Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Матбуғат-2022
10 Декабрь 2021, 09:25

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ

Урмияҙ ауыл биләмәһендә “Гәзиткә яҙылыусы көнө”  үтте.

Ташламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙТашламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ
Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ

Бөгөн, 10 декабрҙә, Урмияҙ ауыл биләмәһендә  “Гәзиткә яҙылыусы көнө” ойошторолдо. 

Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре    Урмияҙ почта бүлексәһендә булып, урындағы почта хеҙмәткәрҙәре менән аралашып, бөгөнгә хәл-торошто белгәндән һуң,  ауыл буйлап та йөрөп, гәзит уҡыусылар менән аралашты.  Кемдер октябрҙә үткән ун көнлөктә яҙылған,  кемдер пенсия көнөн көтә,  гәзит алдырырға теләмәүселәр ҙә бар.

Оҙаҡ йылдар бирелә хат ташыусы булып эшләгән Фәнүзә Зәбир ҡыҙы  Сафина менән дә осрашып, гәзиткә яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

 - Минең участкала күпселек халыҡ яҙылды. Иң беренселәрҙән булып  Урмияҙ урта мәктәбе коллектив менән яҙылып ҡуйҙы, балалар баҡсалары, ауыл Советы хакимиәте, ауыл мәҙәҙниәт йорто  хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ яҙылды. Әйткәндәй  ауыл Советында  “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһында ла ҡатнаштылар.  Әлегә тиклем беҙҙә почта бүлексәһе начальнигы булмағас, беҙ квитанцияларҙы Ҡашҡа почта бүлегенә тапшырҙыҡ.  Һәм ни сәбәп менәндер, беҙҙең күрһәткестәр ысынбарлыҡҡа ҡарағанда бик аҙ килеп сыға.  Бына ошо  мәсьәләне хәҙер тикшереп, асыҡларға ине.  Бөтә кеше дәррәү яҙылмаһа ла, әкренләп   арта гәзит уҡыусылар һаны,  декадала ла яҙылалар, — тип һөйләне  Фәнүзә Зәбир ҡыҙы.

 

- Гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ, һәр саҡ алдырып уҡыйым. “Ышаныч”ҡа әллә ҡасан  яҙылдым. Ҡыҙым республика гәзитенә лә яҙҙырып бүләк итте,  — тип  беҙҙе ихлас ҡаршы алды  бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, бөгөн инде хаҡлы ялда булған ағинәй  Венера Әзһәт ҡыҙы Мөфтиева. Беҙ кергәс, Венера апай “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылды.

 

Бына шулай, гәзит уҡыусылар менән урында осрашып,  хәл-торошто белдек, етәкселәр менән һөйләштек, был юҫыҡта килеп тыуған мәсьәләләрҙе лә асыҡланыҡ. Ҡайһы бер урамдарҙа йәшәүселәр гәзит-журналдарҙың  ваҡытында  таратылмауына зарланды. Был мәсьәләне ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин шунда уҡ үҙ контроленә алып, хәл итәсәген белдерҙе.

Наилә Имаева.

 

 

Ташламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ
Ташламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ
Ташламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ
Ташламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ
Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас