Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Матбуғат-2022
10 Декабрь 2021, 09:00

Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнаша

Асҡын районының Баҙансат ауылында тыуып үҫеп,  Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Илзирә Фәимйән ҡыҙы Карамова  “Изгелек ағасы” эстафетаһына ҡушылып, “Йәнтөйәк” гәзитен үҙенең уҡытыусыһына бүләк итте.

Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнашаБаҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнаша
Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнаша

Илзирә Фәимйән ҡыҙы сығышы менән Асҡын районының Баҙансат ауылынан, Нефтекамала йәшәй, ҡаланың 10-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Эстафетаны ул ауылдашы, шулай уҡ Нефтекамала йәшәүсе Илхам ағай Ихсановтан ҡабул итеп алды һәм ихлас ҡушылды.

Илзирә Фәимйән ҡыҙы “Йәнтөйәк” гәзитен үҙенең тыуған ауылы Баҙансатта йәшәүсе  хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Мәрзиә апай Хамматоваға  бүләк итте.

Яҡташыбыҙ эстафетаны Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе ауылдашы  Сулпан Әғләмоваға тапшырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнаша
Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнаша
Баҙансаттар “Изгелек ағасы” эстафетаһында әүҙем ҡатнаша
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас