

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһы районыбыҙ буйлап юлын дауам итә. Изге һәм сауаплы эшкә етәкселәр һәм күренекле яҡташтарыбыҙ көндән-көн әүҙемерәк ҡушыла бара.
Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Фларид Хәтифйән улы Ильясов та эстафетаға ҡушылып, Асҡын ауылында йәшәүсе оло йәштәге хеҙмәт ветеранына “Йәнтөйәк” гәзитен яҙҙырып бүләк итте.
Фларид Хәтифйән улы эстафетаны Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллинға тапшырҙы.
Етәксе бүләк иткән гәзит ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветеранына 80 йәшлек юбилейы уңайынан рухи бүләк булып, күңеленә ышаныс, изге ниәттәр өҫтәһен.
Наилә Имаева.