

Илхам Фәсих улы ла сығышы менән Асҡын районының Баҙансат ауылынан, Нефтекама ҡалаһында йәшәй, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә грек-рим көрәше буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. Эстафетаны ул ауылдашы, Тәтешленән Флидә Фәрит ҡыҙы Фәтхиеванан ҡабул итеп алды һәм ихлас ҡушылды.
Илхам Фәсих улы эстафета сиктәрендә “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылды һәм баҫманы Баҙансаттан хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Мәүлитйән Нурлығаян улы Фәтхиевҡа бүләк итте. Мәүлитйән ағай бындай рухи аҙыҡ өләшеүсе бүләккә бик һөйөндө.
Яҡташыбыҙ Илхам Ихсанов эстафетаны Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе ауылдашы Карамова Илзирәгә тапшырҙы.
Афарин, баҙансаттар! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтһын!
Илһөйәр Махатова.