Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Декабрь 2021, 11:55

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 6 декабрҙән 16-һына тиклем ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк бара.  Ҡашҡа почта бүлексәһе почтальондары форсаттан файҙаланып,  ауылдаштарын  гәзит-журналдарға яҙҙырып ҡалырға ашыға. Тулыраҡ:

Ташламалы хаҡҡа яҙылып  ҡалығыҙ!
Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ҡашҡа почта бүлексәһендә хат ташыусы булып эшләүсе  Азалия  Талипова  ун көнлөктә   үҙе яуаплы булған биләмәләге  хеҙмәт коллективтары,  ойошма вәкилдәре,  ауылдаштары менән  күберәк осрашып, гәзиткә яҙҙырырға ашыға.  Бөгөн иртә  менән ауыл Советында эшләүсе Эльмира Нурмөхәмәтованы  районкаға яҙҙырып сыҡҡан.  “Беҙҙә халыҡ гәзит уҡый. Күбеһе октябрҙә булған декадникта яҙылды. Шулай ҙа  әлегә яҙылмағандар ҙа бихисап.  Ташламалы хаҡ менән ошо ун көнлөктә яҙылып ҡалһындар ине ауылдаштарым”, — ти тәжрибәле почтальон Азалия Асаф ҡыҙы.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ун көнлөк сиктәрендә “Аскинская новь” һәм “Ышаныч” район  гәзиттәренә — 825,54 һумға, ә “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә 418 һум 86 тингә яҙыла алаһығыҙ.

 Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

 

Наилә Имаева.

Ташламалы хаҡҡа яҙылып  ҡалығыҙ!
Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Читайте нас: