Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Матбуғат-2022
7 Декабрь 2021, 09:40

Эстафета — Тәтешлелә

Асҡын районының Баҙансат ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ Флидә Фәрит ҡыҙы Фәтхиева ла “Изгелек ағасы” эстафетаһына ихлас ҡушылды.

Эстафета — ТәтешлеләЭстафета — Тәтешлелә
Эстафета — Тәтешлелә

Флидә Фәрит ҡыҙы сығышы менән Асҡын районының Баҙансат ауылынан, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йәшәй, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Шиғри күңелле яҡташыбыҙ беҙҙе үҙенең ижад емештәре менән әленән-әле таныштырып тора. Ул район үҙәк китапханаһында ойошторолған ижади кисәләрҙә сығыш яһай, шиғриәт бәйгеләрендә ҡатнаша, Мозаһит Хәйретдинов исемендәге “Илһам” төбәк әҙәби берекмәһе ағзаһы ла.

Флидә Фәрит ҡыҙы эстафета сиктәрендә “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылды һәм баҫманы тыуған ауылының мәҙәниәт усағына бүләк итте.

Флидә Фәтхиева эстафетаны ауылдашы, Чернушка ҡалаһында йәшәүсе Зәүиә Махатованан алды һәм  шулай уҡ ауылдашы, Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Илхам Фәсих улы Ихсановҡа тапшырҙы.

Афарин, баҙансаттар! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтһын!

Илһөйәр Махатова.

Эстафета — Тәтешлелә
Эстафета — Тәтешлелә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас