

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһы районыбыҙ буйлап юлын дауам итә. Изге һәм сауаплы эшкә етәкселәр һәм күренекле яҡташтарыбыҙ көндән-көн әүҙемерәк ҡушыла бара.
Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов та эстафетаға ҡушылып, Йырмаялан ауылында күп (береһе мөмкинлектәре сикле) бала тәрбиәләүсе ғаиләгә “Йәнтөйәк” гәзитен яҙҙырып бүләк итте.
Ирек Альбирт улы эстафетаны Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Фларид Хәтифйән улы Ильясовҡа тапшырҙы.
Етәкселәр бүләк иткән гәзиттәр күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә рухи бүләк булып, күңелдәренә ышаныс, изге ниәттәр өҫтәһен.
Наилә Имаева.