Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
6 Декабрь 2021, 18:45

Эстафета — Пермь крайында

Бөгөн, 6 декабрҙә, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса ташламалы ун көнлөк башланды. Ошо декада сиктәрендә “Изгелек ағасы” эстафетаһына Пермь крайы Чернушка ҡалаһында йәшәүсе билдәле яҡташыбыҙ ҙа ихлас ҡушылды.

Эстафета  — Пермь крайында
Эстафета — Пермь крайында

Асҡын районы Баҙансат ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Чернушка ҡалаһында йәшәүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Чернушка муниципаль округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Пермь крайындағы тарихи-мәҙәни үҙәгендә методист булып эшләүсе Зәүиә Фәнил ҡыҙы Махатова “Изгелек ағасы” эстафетаһына ихлас ҡушылды. Яҡташыбыҙ “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Баҙансат ауылындағы башланғыс мәктәпкә бүләк итте. Зәүиә Фәнил ҡыҙы эстафетаны яҡташыбыҙ, Тәтешле районында йәшәүсе Флидә Фәрит ҡыҙы Фәтхиеваға тапшырҙы.Бына шулай, күренекле яҡташтарыбыҙ ҙа ихлас ҡушылған эстафета Өфө, Нефтекама, Екатеринбург ҡалаларында, Пермь крайында булып, йәнә Башҡортостан райондары буйлап юлын дауам итә.Районыбыҙҙан ситтә йәшәп һәм эшләп йөрөүсе изге күңелле, мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.Наилә Имаева.

Эстафета  — Пермь крайында
Эстафета  — Пермь крайында
Эстафета  — Пермь крайында
Эстафета — Пермь крайында
Читайте нас: