Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
5 Декабрь 2021, 15:00

Эстафетаны ауыл биләмәләре башлыҡтары дауам итә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” эстафетаһына Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев та ихлас ҡушылды.

Эстафетаны ауыл биләмәләре башлыҡтары дауам итә
Эстафетаны ауыл биләмәләре башлыҡтары дауам итә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы старт биргән  “Изгелек ағасы”  эстафетаһына ауыл биләмәләре башлыҡтары ла дәррәү ҡушылды.

Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, баҫманы Упҡанкүл ауылынан үҙенсәлекле ҡыҙ тәрбиәләүсе З. Дәүләтоваға бүләк итте.   

Флүр Фәнүз улы эстафетаны Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәкимйән улы Миңлемөхәмәтовҡа тапшырҙы.

Изгелек итеү – ул хәйерле, яҡшы эш-ғәмәл, кемгәлер хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү. Тормошобоҙҙа шундай күркәм сифаттар юғалмаһын.

Илһөйәр Махатова.

Эстафетаны ауыл биләмәләре башлыҡтары дауам итә
Эстафетаны ауыл биләмәләре башлыҡтары дауам итә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: