Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
3 Декабрь 2021, 09:30

Эстафета — Екатеринбургта

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса   “Изгелек ағасы”  эстафетаһына  Екатеринбургта йәшәүсе  яҡташыбыҙ ҙа   ихлас ҡушылды.

Эстафета  — Екатеринбургта
Эстафета — Екатеринбургта

 Асҡын районы Иҫке Мутабаш ауылында тыуып-үҫеп,  бөгөн Екатеринбургта йәшәүсе  отставкалағы эске хеҙмәт  өлкән прапорщигы  Филисә  Рәүис  ҡыҙы  Шәйехова  ла “Изгелек ағасы” эстафетаһына ихлас ҡушылды.

“Бик яҡшы һәм изге эш  — ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, уны  кемгәлер бүләк итеү буйынса эстафета уйлағанһығыҙ.  Был сауаплы ла, үҙенсәлекле лә, ҡыуаныслы ла һәм  күңелгә ҡәнәғәтлек хистәре  лә бирә торған сара булды. Күптән шундай эштә  үҙ өлөшөмдө индергем килә ине. Һеҙгә ҙур рәхмәт”, — тип  тәьҫораттары менән бүлеште Филисә Рәүис ҡыҙы.

Яҡташыбыҙ “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы  Иҫке Мутабаш ауылында йәшәүсе атаһына бүләк итте.

 Филисә Рәүис  ҡыҙы  эстафетаны  яҡташыбыҙ, Чернушка  ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Зәүиә  апай Махатоваға тапшырҙы.

Бына шулай, күренекле яҡташтарыбыҙ  ҙа ихлас ҡушылған эстафета Өфө,  Нефтекама, Екатеринбург ҡалаларында булып,  Пермь крайы Чернушка ҡалаһына барып етте.

Районыбыҙҙан ситтә йәшәп  һәм эшләп йөрөүсе изге күңелле, мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә  уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Наилә Имаева.                       

 

Эстафета  — Екатеринбургта
Эстафета  — Екатеринбургта
Эстафета  — Екатеринбургта
Эстафета — Екатеринбургта
Читайте нас: