Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
1 Декабрь 2021, 12:15

Ветеранға бүләккә — “Йәнтөйәк” гәзите

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһына ихлас ҡушылды

Ветеранға бүләккә — “Йәнтөйәк” гәзите
Ветеранға бүләккә — “Йәнтөйәк” гәзите

Урмияҙ ауылының  “Йәйғор”  балалар баҡсаһы мөдире  Гөлнара Рәғәт ҡыҙы эстафетаны  Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшинаға   тапшырҙы.

Лариса Фәрит ҡыҙы сираттағы тапҡыр “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Төлгөҙбаш ауылында  ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтигәрәй бабай  Ғиззәтуллинға бүләк итте. Бына бер нисә йыл инде Бәхтигәрәй Зиннәтулла улы менән Наилә Закирйән ҡыҙы әүҙем йәмәғәтсе, инициативалы етәксе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса Мөхәмәтшина  яҙҙырған “Йәнтөйәк” гәзитен алдыра һәм рухи аҙыҡ биргән бүләк өсөн ҙур рәхмәттәрен әйтә.

Лариса Фәрит ҡыҙы үҙ сиратында эстафетаны район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Ольга Балакинаға тапшырҙы.  Ольга Петровна “Аскинская новь” гәзитен Асҡындан биш бала тәрбиәләүсе әсәгә бүләк итте.

Илһөйәр Махатова.

Ветеранға бүләккә — “Йәнтөйәк” гәзите
Ветеранға бүләккә — “Йәнтөйәк” гәзите
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: