Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Матбуғат-2022
1 Декабрь 2021, 11:45

Эстафета — Нефтекамала

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” эстафетаһына күренекле яҡташыбыҙ, Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсыһы Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙы Ғәфүрйәнова ла ҡушылды.

Эстафета — НефтекамалаЭстафета — Нефтекамала
Эстафета — Нефтекамала

Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә һәм Зөлфәҡәр Ғәфүрйәновтар ғаиләһендә тыуып үҫеп, бөгөн инде    Нефтекама дәүләт  филармонияһында  уңышлы  эшләп йөрөүсе  танылған йырсы   Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙы   Ғәфүрйәнова ла  эстафетаға ҡушылды.

Сулпан  Зөлфәҡәр  ҡыҙы   “Йәнтөйәк”  гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Әсә көнө алдынан  һөйөклө  әсәһенә бүләк итте.

Эстафетаны  ул  яҡташыбыҙға, Иҫке Мутабаш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Екатеринбургта йәшәүсе  отставкалағы эске хеҙмәт  өлкән прапорщигы  Филисә  Рәүис  ҡыҙы  Шәйеховаға тапшырҙы.

Районыбыҙҙан ситтә йәшәп  һәм эшләп йөрөүсе изге күңелле, мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә  уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

Эстафета — Нефтекамала
Эстафета — Нефтекамала
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас