Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
30 Ноябрь 2021, 10:20

Сауаплы һәм изге эш

 Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса   “Изгелек ағасы”  эстафетаһына  күренекле яҡташтарыбыҙ ҙа ихлас ҡушыла.  

Сауаплы  һәм изге эш
Сауаплы һәм изге эш

Асҡын районы  Башҡортостан ауылында тыуып-үҫеп, бөгөн инде республикала  күренекле  журналист булып танылған һәм   «Юлдаш» радиоһының  яңылыҡтар  хеҙмәтен етәкләгән   Зөһрә Фәнил ҡыҙы Арсаева ла  “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһына ихлас ҡушылды.

Зөһрә Фәнил ҡыҙы  "Йәнтөйәк" гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы   ҡасандыр үҙе белем алған  Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә уҡыусы тырыш, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы илһөйәр һәм телһөйәр ҡыҙға бүләк итте.

Зөһрә  Арсаева  эстафетаны    Нефтекама дәүләт  филармонияһы йырсыһы   Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙы   Ғәфүрйәноваға тапшырҙы.

Районыбыҙҙан ситтә йәшәп  һәм эшләп йөрөүсе изге күңелле, мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә  уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Наилә Имаева.                       

 

 

 

Сауаплы  һәм изге эш
Сауаплы һәм изге эш
Читайте нас: