Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
29 Ноябрь 2021, 16:10

Мәғариф ветеранын һөйөндөрҙө

Урмияҙ ауылының  “Йәйғор”  балалар баҡсаһы мөдире  Гөлнара Рәғәт ҡыҙы Мөхәмәтдинова   “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына ҡушылып,  мәғариф ветеранына район гәзитен бүләк итте

Мәғариф ветеранын һөйөндөрҙө
Мәғариф ветеранын һөйөндөрҙө

Ҡашҡа  “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы мөдире Вәрисә Вәғизова эстафетаны Урмияҙ ауылының  “Йәйғор”  балалар баҡсаһы мөдире  Гөлнара Рәғәт ҡыҙы Мөхәмәтдиноваға  тапшырғайны.  

 Гөлнара Рәғәт ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, баҫманы үткән йылдағыса Яңы Күскилде ауылында йәшәүсе хөрмәтле мәғариф ветераны  Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әүхәҙиеваға   бүләк итте.

Гөлнара Рәғәт ҡыҙы эстафетаны  Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшинаға   тапшырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: