Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
26 Ноябрь 2021, 12:10

Эстафета дауам итә

 “Изгелек ағасы”  эстафетаһына Урмияҙ урта мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова  ҡушылды.

Эстафета дауам итә
Эстафета дауам итә

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән  ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһы  районыбыҙ буйлап юлын дауам итә.

Урмияҙ урта мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова   “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Иҫке Күскилде ауылында йәшәүсе күп бала тәрбиәләүсе ғаиләгә бүләк итте.

Резеда Рәүзәт ҡыҙы эстафетаны Ҡубияҙ урта мәктәбе директоры Азат Фәниз улы Әхмәтйәновҡа тапшырҙы.

 Етәкселәр бүләк иткән гәзиттәр  күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә рухи бүләк булып,  күңелдәренә  ышаныс, изге ниәттәр өҫтәһен.

Наилә Имаева.

 

Эстафета дауам итә
Эстафета дауам итә
Эстафета дауам итә
Читайте нас: