Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
26 Ноябрь 2021, 16:30

Бүләккә — гәзит

Ҡубияҙ урта мәктәбе директоры Азат Фәниз улы Әхмәтйәнов та “Изгелек ағасы”  эстафетаһына  ҡушылды.  

Бүләккә — гәзит
Бүләккә — гәзит

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән  ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһы  районыбыҙ буйлап юлын дауам итә.

Ҡубияҙ урта мәктәбе директоры Азат Фәниз улы Әхмәтйәнов та “Изгелек ағасы”  эстафетаһына  ҡушылды. Ул “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы  тулы булмаған ғаиләлә үҫкән  уҡыусыға бүләк итте.

Азат Фәниз улы эстафетаны Ҡарткиҫәк  мәктәбе директоры  Лилиә Аснаф ҡыҙы Миңлемөхәмәтоваға  тапшырҙы.

 Етәкселәр бүләк иткән гәзиттәр  ғаиләләргә рухи бүләк булып,  күңелдәренә  ышаныс, изге ниәттәр өҫтәһен.

Наилә Имаева.

 

Бүләккә — гәзит
Бүләккә — гәзит
Читайте нас: