Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
25 Ноябрь 2021, 15:25

Күп балалы әсәгә — байрам бүләге

Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы мөдире Вәрисә Ғабдрахман ҡыҙы Вәғизова   “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына ҡушылып, алты бала тәрбиәләгән ғаиләгә район гәзитен бүләк итте

Күп балалы әсәгә — байрам бүләге
Күп балалы әсәгә — байрам бүләге

Ҡубияҙ ауылының “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы мөдире Эльмира Нурисламова эстафетаны Ҡашҡа  “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы мөдире Вәрисә Ғабдрахман ҡыҙы Вәғизоваға тапшырҙы.    Вәрисә Ғабдрахман ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, ауылдаштары, алты бала тәрбиәләгән ғаиләгә  бүләк итте.  “Индира менән Йәлил Юлдашевтар алты бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Элиза беҙҙең балалар баҡсаһына өлкән төркөмгә йөрөй. “Йәнтөйәк” гәзите ишле бала тәрбиәләгән әсәгә байрам бүләге булһын”, — тине ул.

Вәрисә Ғабдрахман ҡыҙы эстафетаны  Урмияҙ ауылының  “Йәйғор”  балалар баҡсаһы мөдире  Гөлнара Рәғәт ҡыҙы Мөхәмәтдиноваға   тапшырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: