Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
24 Ноябрь 2021, 19:45

Ишле ғаиләгә — бүләккә гәзит

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса ойошторолған  “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына райондың балалар баҡсалары етәкселәре лә әүҙем ҡушылды. “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Ғәләүетдинова  күп бала тәрбиәләгән ғаиләгә “Йәнтөйәк”  бүләк итте

Ишле ғаиләгә — бүләккә гәзит
Ишле ғаиләгә — бүләккә гәзит

Асҡындың  “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире  Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова  эстафетаны  Наилә  Мәғдәнур ҡыҙы Мөхәмәтшинанан ҡабул итеп алды.  Ул  “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, баҫманы Үршиҙе  ауылында йәшәүсе күп балалы Диләрә һәм Вәсил Бәхтийәровтарға бүләк итте.  Дилбәр Марсель ҡыҙы үткән йыл да милли баҫмабыҙҙы бүләк итеп, ошо ғаиләне ҡыуандырғайны.

Дилбәр Марсель ҡыҙы эстафетаны  Ҡубияҙ  “Йондоҙсоҡ”  балалар баҡсаһы мөдире Эльмира Рәүеф ҡыҙы Нурисламоваға тапшырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: