Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
24 Ноябрь , 21:45

Етәкселәр гәзит бүләк итә

Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәнов “Изгелек ағасы” эстафетаһын ҡабул итеп алды. Ә ул эстафетаны кемгә тапшырған?  

Етәкселәр гәзит бүләк итә

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһын районыбыҙ етәкселәре дәррәү күтәреп алды.
Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәнов та “Изгелек ағасы” эстафетаһын ҡабул итте. Ул “Аскинская новь” гәзитенә яҙылып, уны Асҡын ауылында йәшәүсе күп балалы аҙ тәьмин ителгән Саликовтар ғаиләһенә бүләк итте.
Фәрит Зәйнулла улы эстафетаны Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән улы Мәснәүиевҡа тапшырҙы.
Изгелек өләшеүсе етәкселәргә яуаплы эштәрендә тик уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.

Етәкселәр гәзит бүләк итә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru