Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
24 Ноябрь 2021, 09:05

Эстафетаға ҡушылдылар

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  “Изгелек ағасы”  эстафетаһын  район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина ҡабул итеп алды.  Зөлфирә Рәдис ҡыҙының эстафетаны кемгә тапшырғанын сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:  

Эстафетаға ҡушылдылар
Эстафетаға ҡушылдылар

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән  ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһын районыбыҙ етәкселәре дәррәү күтәреп алды. Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина  эстафетаны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәеванан ҡабул итеп алды.  Ул  “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Асҡын ауылында йәшәүсе инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә бүләк итте.

 Зөлфирә Рәдис ҡыҙы, үҙ сиратында, эстафетаны  Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәновҡа һәм “Күк сәскә” балалар баҡсаһы мөдире  Наилә  Мәғдәнур ҡыҙы   Мөхәмәтшинаға тапшырҙы.

Наилә Имаева.

Эстафетаға ҡушылдылар
Эстафетаға ҡушылдылар
Читайте нас: