Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
24 Ноябрь 2021, 12:50

Акцияға балалар баҡсалары етәкселәре лә ҡушылды

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән  ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһын райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре лә дәррәү күтәреп алды  

Акцияға балалар баҡсалары етәкселәре лә ҡушылды
Акцияға балалар баҡсалары етәкселәре лә ҡушылды

Асҡындың  “Күк сәскә” балалар баҡсаһы мөдире  Наилә  Мәғдәнур ҡыҙы   Мөхәмәтшина эстафетаны район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянинанан   ҡабул итеп алды.  Ул  “Аскинская новь” гәзитенә яҙылып, баҫманы Асҡын ауылында йәшәүсе күп балалы Альбина һәм Сергей Накаряковтар ғаиләһенә бүләк итте.

 Наилә  Мәғдәнур ҡыҙы, үҙ сиратында, эстафетаны  Асҡындың “Ҡояшҡай”  балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Ғәләүетдиноваға тапшырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: