

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов башлап ебәргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына районыбыҙҙа эшләүсе етәкселәр генә түгел, районыбыҙҙан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ихлас ҡушыла бара. Мәҫәлән, Билгеш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн “Нур” татар дәүләт театрында эшләп йөрөүсе Башҡортостандың атҡаҙанған актрисаһы Рида Фәхрисламова “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, уны бүләк иткәйне. Ул эстафетаны билдәле яҡташыбыҙ, Ҡашҡа ауылы егете, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Винарис Абдуллинға тапшырҙы.
Винарис Өлфәт улы “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Ҡашҡа ауылында йәшәүсе күп балалы ғаиләгә бүләк итте. Эстафетаны яҡташыбыҙ, Танып ырыуы башҡорто, “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Фәнил ҡыҙы Арсаеваға тапшырҙы.
Шундай рухлы, илһөйәр, телһөйәр яҡташтарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яуаплы эштәрендә тик уңыштар һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.