

Почта бүлеге етәксеһе Әлфинә Ардаширова һәм почтальондар Идалия Дәүләтшина менән Нәжибә Әхмәтова ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда бик тырышып эшләй.
Беҙ Байҡыбаш, Базилевка һәм Әмин ауылдарында йәшәүсе район гәзиттәренең тоғро дуҫтары менән осраштыҡ. Почта хеҙмәткәрҙәре башҡарған эштәренә ҙур энтузиазм һәм яуаплылыҡ менән ҡарай. Улар гәзиттәргә мөмкин ҡәҙәр күберәк кеше яҙылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Беҙ ҙә уларға ярҙам итәбеҙ: ярты йыл һайын Гәзиткә яҙылыу көндәре үткәрәбеҙ.
«Йәнтөйәк» район-ара милли баҫмаға ла яҙылыусылар булды. Ярҙамдары өсөн гәзит уҡыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт.
Люция Карамова.