Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Матбуғат-2022
22 Ноябрь 2021, 13:15

Изге башланғысҡа старт бирелде

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына старт бирҙе.

Изге башланғысҡа старт бирелдеИзге башланғысҡа старт бирелде
Изге башланғысҡа старт бирелде

Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – беҙҙе тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Был бигерәк тә район гәзиттәре яҙмышында сағылды. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм илебеҙҙәге эпидемиологик хәлгә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, күптәр матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай, редакциялар ҙа, үҙ сиратында, яңылыҡтарҙы ваҡытында тулы күләмдә еткерергә, проблемаларҙы өйрәнергә һәм күтәреп сығырға, уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә тырыша. Ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса етәкселәр араһында «Изгелек ағасы» мәрхәмәтлек акцияһын иғлан итте!

Динис Рәдис улы “Аскинская новь”, “Ышаныч”, “Йәнтөйәк” гәзиттәренә яҙылып, уларҙы районыбыҙҙағы күп бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә бүләк итте.

«Был гәзиттәр Әсә көнө алдынан ғаиләләргә рухи бүләк булһын», - тип әсәйҙәрҙе яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотлап, уларға бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысына төрөнөп йәшәүҙәрен теләне.

Динис Рәдис улы эстафетаны үҙенең урынбаҫарҙары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәеваға, Анатолий Александрович Щербининға, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллинаға, Олеся Петровна Смирноваға, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллинаға һәм район хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе Наталья Николаевна Пушкареваға тапшырҙы.

 

«Эстафетаны һәр етәксе аңлап ҡабул итеп, артабан лайыҡлы тапшырыр, тигән теләктә ҡалам. Әйҙәгеҙ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Матбуғат яҙмышы, бигерәк тә милли баҫмаларҙың киләсәге, бөгөн хәл ителә, дуҫтар!» - тип мөрәжәғәт итте Динис Рәдис улы етәкселәргә.

Наилә Имаева.

Марат Юнысов фотолары.

Изге башланғысҡа старт бирелде
Изге башланғысҡа старт бирелде
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас