

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов башланғысындағы ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы ” эстафетаһына район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина, Олеся Петровна Смирнова ла ихлас ҡушылды.
Эльза Ҡәҙим ҡыҙы «Аскинская новь» гәзитен – Асҡын ауылында йәшәүсе Әхмәҙишин Илвирға, “Йәнтөйәк” гәзитен Упҡанкүл ауылында йәшәүсе Насертдинова Каринаға бүләк итте.
Ҡашҡа ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Зәнүфә Ғимран ҡыҙы Ғәйнелйәноваға “Йәнтөйәк” гәзитен Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы бүләк итте.
Олеся Петровна Асҡын ауылында күп бала тәрбиәләүсе Елена Балакинаға “Аскинская новь” гәзитен яҙҙырҙы.
Афарин, етәкселәр! Һеҙ бүләк иткән гәзиттәр ғаиләләргә рухи аҙыҡ алырға ярҙам итеп, уларға ышаныс һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен!
Наилә Имаева.