Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Матбуғат-2022
12 Октябрь 2021, 06:45

Матбуғаттың тоғро дуҫтары

Солтанбәк мәктәбе коллективы быйыл да матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй  ун көнлөк сиктәрендә беренселәрҙән булып гәзит-журналдарға  яҙылды. Афарин, солтанбәктәр!  

Матбуғаттың тоғро дуҫтарыМатбуғаттың тоғро дуҫтары
Матбуғаттың тоғро дуҫтары

Солтанбәктәр һәр ваҡыт рухлы, әүҙем, егәрле булыуҙары менән айырылып торҙо. Районыбыҙҙа иғлан ителгән акцияларҙы, һәр төрлө изге башланғыстарҙы "һә" тигәнсе күтәреп алып, бергәләп тормошҡа ашырҙылар.

Солтанбәк мәктәбе коллективы бына инде күп йылдар дауамында матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙыла. Был юлы ла улар һынатманы. Мәктәп директоры Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы Фәрәхова етәкселегендә уҡытыусылар 2022  йылдың  беренсе  ярты йыллығына берҙәм булып яҙылып ҡуйҙы. Тырыш коллективҡа “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Аскинская новь”, “Ышаныч” район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгәндәре  өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә шулай рухлы, әүҙем, йәнтөйәктәренең ысын патриоттары булып, илһамланып эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас