Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы тарафынан иғлан ителгән матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафета быйыл да ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында дауам итә. Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы “Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә Ҡышлауйылғала йәшәүсе сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле ауылдашына “Ышаныч” район гәзитен бүләк итте.