Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы тарафынан иғлан ителгән матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафета быйыл да дауам итә. Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙим улы йыл да ауылдарында йәшәүсе бер нисә оло кешегә район гәзитен бүләк итә. Бына быйыл да ул “Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә “Ышаныч” район гәзитенә яҙылып, Йырма-ялан ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ тыл эшсәне Нәҡип Хажиәхмәт улы Хажиәхмәтовҡа бүләк итте.