Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Матбуғат-2022
28 Декабря 2020, 08:29

Гәзиттәрҙең тоғро дуҫтары

Төрлө гаджеттар, интернет заманында йәшәйбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр почта хеҙмәтен кәрәкмәй тип тә әйтер, сөнки яңылыҡ белер өсөн гәзит уҡыйһы түгел, телефон йәки компьютерыңды асаһың да ҡарайһың, ҡотлауҙар ебәрер өсөн открытка яҙыу ҙа уҙған быуатта ҡалған, ватсап аша ғына әҙер һүрәт һалаһың, тигәндәр күбәйҙе. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҙә телефонда минутлыҡ эш. Бындайҙар менән килешеүселәр ҙә табылыр. Әммә мин үҙем һәр ваҡыт почта хеҙмәткәрҙәре яҡлы. Замана үҙгәргән һайын уларҙың эше арта ғына. Әммә ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу, уны таратыу төп бурыстары булып ҡала.Борай районы.

Ҡушманаҡ ауыл почта бүлексәһен Маргарита Ғәлиева етәкләй. 15 йыл башҡара ул был вазифаны. Эшен яратып, еренә еткереп, теүәл үтәгәне өсөн етәкселеге уны ихтирам итә, хеҙмәтен ыңғай баһалай.
— Беҙҙең бүлексәгә ете ауыл ҡарай, уларҙы дүрт хат ташыусы хеҙмәтләндерә. Улар — Хәлизә Баһауетдинова, Гөлшат Саҙретдинова, Гәүһәриә Мөғәллимова һәм Рәмил Суфияров. Һәр береһе үҙ эшен белеп башҡара. Айырыуса матбуғатҡа яҙылыу осоронда улар ваҡыттары менән иҫәпләшеп тормай, ауылдарҙағы һәр йортҡа инеп, һәр кеше менән һөйләшеп, бирелгән планды үтәргә тырыша, — тип бүлексә эше менән таныштырҙы Маргарита Ғәлиева.
20 йылға яҡын хат ташыусы булып эшләгән Гөлшат Саҙретдинова матбуғатҡа яҙҙырыу кампанияһы осоронда иң яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Был һөнәрҙе яңы ғына үҙләштерә башлаған хеҙмәткәрҙәргә ул өлгө булып тора. Хәлизә Баһауетдинова был өлкәлә икенсе генә йыл эшләһә лә, хеҙмәттәштәре уны миҫал итеп ҡуя, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән. Рәмил Суфияров хат ташыусы сумкаһын иңендә ете йыл йөрөтә. “Эшкә бик етеҙ ул”, — тип маҡтап телгә ала уны бүлексә начальнигы.
Әлеге матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын да улар ыңғай һөҙөмтәләр менән тамамлаған.
— Ташламалы хаҡтарға яҙылыу ун көнлөгөн был осорҙа ике тапҡыр үткәреүҙәре, һуңғыһын оҙайтыуҙары айырыуса яҡшы булды. Беренсеһе ваҡытында яҙылырға өлгөрмәй ҡалғандар, икенсеһен почтальондарҙан алдан уҡ һорашып торҙо, көттө, — тип һүҙен дауам итә бүлексә етәксеһе. — Бигерәк тә “Алга” район, “Йәнтөйәк” район-ара гәзиттәрен халыҡ яратып уҡый. Уларҙан таныш-белештәре тураһында мәғлүмәт алалар. Республика, үҙәк баҫмаларҙы күпләп алдырыусылар ҙа бар. Әлбиттә, быйылғы пандемия эште бер аҙ ҡатлауландырҙы. Әммә беҙҙең хат ташыусылар сигенә торғандарҙан түгел. Барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәйбеҙ. Гәзиттәрҙе таратырға сыҡҡансы температура үлсәнә, ауырыу кеше территорияға сыҡмай. Битлек, бирсәткә мотлаҡ бирелә.
Эйе, матбуғатҡа яҙылыуҙы үҙ участкаңда йәшәгән һәр кешене шәхсән белһәң һәм кешеләр менән уртаҡ тел тапһаң ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Был бүлексә хат ташыусылары нәҡ шундайҙарҙан.
Венера Арысланова.
Читайте нас