Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
5 Декабрь 2020, 13:30

Изгелек өләшеүселәр арта

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илдар Валерьевич Саҙрисламов «Изгелек эстафетаһы»н районыбыҙ эшҡыуарҙарына тапшырҙы.

3 декабрҙә, ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланған көндә, район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин старт биргән “Изгелек эстафетаһы” дауам итә. Районыбыҙ эшҡыуарҙары ла хәйриә акцияһына әүҙем ҡушылыр, тигән теләктә Илдар Валерьевич эстафетаны йүнселдәргә тапшырҙы.
Илдар Валерьевич “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы Асҡын ауылында сәләмәтлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләгә бүләк итте. Афарин, етәкселәргә!
Наилә Имаева.
Читайте нас: