"Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – беҙҙе тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Был бигерәк тә башҡорт баҫмалары яҙмышында сағылды. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм илебеҙҙәге эпидемиологик хәлгә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, күптәр матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай, редакциялар ҙа, үҙ сиратында, яңылыҡтарҙы ваҡытында тулы күләмдә еткерергә, проблемаларҙы өйрәнергә һәм күтәреп сығырға, уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә тырыша. Ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Азат Шамил улы Баҙранов ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса етәкселәр араһында флешмоб иғлан итте! Ул үҙе бер нисә дана гәзит һәм журналдарға яҙылып бүләк иткәс, эстафетаны башҡаларға тапшырыуын белдерҙе үҙенең сәхифәһендә. Афарин!
Беҙ ҙә Азат Шамил улының матур башланғысына ҡушылып, бөгөн, ташламалы хаҡҡа матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланған көндә, районыбыҙ етәкселәре араһында “Изгелек эстафетаһы”на старт бирҙек. Эстафетаны һәр етәксе аңлап ҡабул итеп, лайыҡлы тапшырыр, тигән теләктә ҡалам. Әйҙәгеҙ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Матбуғат яҙмышы, бигерәк тә милли баҫмаларҙың киләсәге, бөгөн хәл ителә, дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!"- тип мөрәжәғәт итте Ришат Марат улы етәкселәргә.
“Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә Ришат Марат улы бер нисә дана район һәм республика гәзиттәренә яҙылып, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бүләк итте. Әйткәндәй, бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә бер “Йәнтөйәк”те Ҡарткиҫәк ауылында сәләмәтлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләгә бүләк итте.
Район хакимиәте башлығы эстафетаны үҙенең урынбаҫарҙары Илнур Вильмер улы Иғдиевҡа, Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтовҡа, Анатолий Александрович Щербининға, Илдар Валерьевич Саҙрисламовҡа, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллинаға һәм район хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе Наталья Николаевна Пушкареваға тапшырҙы.