Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
2 Декабрь 2020, 22:00

Афарин, ағинәйҙәр!

Ҡәҙерле дуҫтар, иртәгә, 3 декабрҙә, 2021 йылға ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башлана. Яңы Ҡара ауылы ағинәйҙәре «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы! Һеҙ ҙә форсаттан файҙаланып, өлгөрөп ҡалығыҙ!#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020#Матбуғатҡаяҙылыу2021#Подписка2021#Асҡынрайоны#Йәнтөйәкгәзите

Яңы Ҡара ағинәйҙәре өлгөрлөктәре, уңғанлыҡтары, оҫталыҡтары менән һоҡландырып ҡына тора. Бына матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланыуын ишетеп, улар «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы. Һеҙ һүрәттә күргән рухлы ағинәйҙәр (һулдан-уңға): Гөлнара Шәйхинурова, Миңзилә Мөғәтәбәрова, Флорида Шәрәфисламова, Гөлнара Зиннурова.
- Беҙҙең ағинәйҙәребеҙгә күҙ генә теймәһен! Шул тиклем берҙәмдәр, өлгөрҙәр, йүнселдәр. Ниндәй эшкә тотонһаҡ та, бына тигән итеп башҡарып ҡуябыҙ: ауылды төҙөкләндереү буйынса өмәләр булһынмы, спорт йәки мәҙәни байрамдармы - һәр саҡ улар башлап йөрөүселәр. Телһөйәр ағинәйҙәребеҙ башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, уны пропагандалауҙа ла үҙ өлөштәрен индерә. Башҡорт телендә сығыусы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә лә беренселәрҙән булып яҙылып ҡуйҙылар. Фотоға төшөргә өлгөрмәй ҡалған илһөйәр ағинәйҙәр Гөлсинә Фазылъянова менән Нурсилә Хәйруллина ла киләһе йылда ла “Йәнтөйәк” менән бергә ҡалды.
Ағинәйҙәребеҙ бер минут та тик тормай: барыһы ла бал ҡорттары һымаҡ уңған. Улар гөрләтеп баҡса үҫтерә, ихаталарын гөл-сәскәгә күмә, тәмле-тәмле аш-һыу әҙерләй, мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар, бал ҡорттары ла ҡарайҙар, эштән бушаған арала бер-береһен уҙышып, ҡул эштәренә ултыралар, бер-береһенән ҡарап, яңы биҙәктәр өйрәнә. Ағинәйҙәр ҡышҡылыҡҡа төрлөһөнән еләк-емеш йыйып туңдыра, киптерә, шифалы үләндәр йыя. Өҫтәүенә улар йәмәғәт ойошмаларында төрлө вазифалар биләй. Мәҫәлән, Миңзилә апай “Ағинәйҙәр ҡоро”н етәкләй, Гөлнара апай- ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Гөлсинә Фазылъянова оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһында секретарь булып тора, ә мин - комиссия рәйесе урынбаҫары. Бына шулай, ауыл ҡотон, ауыл йәмен һаҡлауҙа ағинәйҙәрең роле ҙур, - тип һөйләне гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, эше өсөн янып торған ауыл клубы методисы Гөлнара апай Шәйхинурова.
Наилә Имаева.
Читайте нас: