Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
17 Ноябрь 2020, 19:10

Район гәзиттәренән айырылмайҙар

Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре йыл да район гәзиттәренә әүҙем яҙыла. Алдағы ярты йыллыҡҡа ла улар башҡаларға матур өлгө күрһәтеп, күптән яҙылып ҡуйҙы.

Почта аша алдырыуҙан тыш, район гәзиттәренә яҙылыуҙың бер нисә төрө бар: баҫмабыҙға яҙылыусы йәки ойошма, учреждение яҙылһа, унан бер кеше, үҙе шишәмбе һәм йома көндәрендә гәзитте Асҡын мәғлүмәт үҙәгенән килеп ала. 10-дан артыҡ хеҙмәткәр яҙылған ойошма, предприятиеларға үҙебеҙҙең курьер илтеп бирә. Был осраҡта гәзиттең хаҡы аҙ ғына ҡыйбатыраҡ була. Район үҙәге Асҡында йәшәгәндәр өсөн был ике ысул бик отошло.
Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре бына бер нисә йыл инде ошо ысул менән файҙалана. Аҙнаһына ике тапҡыр гәзиттәрҙе уңған, әүҙем техник хеҙмәткәр Фәйрүзә апай Мостафина редакциянан килеп алып, хеҙмәттәштәренә таратып бирә.
  • Гәзиттәрҙе редакция аша яҙҙырыу беҙгә бик оҡшай. Был аҡса яғынан да бик отошло. Почтальон килтергәнен көтөп ултырмайһың, гәзиттәр Ҡариҙелдән ҡайтарылып, редакциялағы беҙҙең ячейкаға ҡуйылыу менән барып алып, тиҙерәк эш араһында яңылыҡтар менән танышып ҡуябыҙ. Өйгә ҡайтҡас инде иркенләп һәр мәҡәләне уҡып сығаһың, — ти Фәйрүзә Хәкимйән ҡыҙы.
  • Киләһе йылдың беренсе яртыһына Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Азат Фәйзуллин, белгестәр Гөлүсә Солтанова, Рәмидә Нурмөхәмәтова, Роза Ҡотдосова, Миләүшә Шакирова, Эльмира Юнысова, техник хеҙмәткәр Фәйрүзә Мостафина, ауыл биләмәһе эштәре менән идара итеүсе Илзидә Имаметдинова, ауыл биләмәһе башлығы ярҙамсыһы Рәмилә Юнысова яҙылды.
    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
    Читайте нас: