Район гәзите хәбәрселәре Байҡы-Юныс, Асҡыш һәм Тигермән ауылдарында булып, халыҡ менән аралашты.
Почтала Лүзиә Мөхәрәмова етәкселегендә тырыш коллектив эшләй. Уның ҡул аҫтында ике хат ташыусы — Лилиә Ғайсина һәм Әнфисә Фәүзова. Почтала эш тулы ҡеүәтенә бара. Лүзиә Мөхәрәмова клиенттарҙы урында хеҙмәтләндерә, ә хат ташыусылар сортировка эше тамамланғас, адрестар буйынса гәзит-журналдар таратырға юллана.
Лилиә Ғайсина һәм Әнфисә Фәүзова үҙ эшен яратып башҡара. Улар бер йыл ғына эшләмәй, шуға һөнәрҙәренең бар нескәлектәрен яҡшы белә.
Әнфисә Рәфиз ҡыҙының участкаһы — Байҡы-Юныс һәм Асҡыш ауылдары. Ул ауыл кешеләренән квитанциялар буйынса түләүҙәрҙе лә ҡабул итә, заказ буйынса аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар алып килә.
Әнфисә Фәүзова менән бергә беҙ “Караидел” гәзитен даими алдырыусылар Ямалия һәм Хәдис Нартдиновтарҙа булдыҡ. “Районка”нан өйләнешкән йылдарынан алып айырылғандары юҡ икән. Быйыл “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә лә яҙылдылар. Күрше райондарҙың яңылыҡтары менән дә танышҡылары килә.
Байҡы-Юныс ауылынан Зөлфиә һәм Рәмил Закировтар ҙа был көндө “Йәнтөйәк”кә яҙылып, редакциянан иҫтәлекле бүләк отто.
Әнфисә Рәфиз ҡыҙы менән беҙ артабан Асҡыш ауылына юл тотабыҙ. Район гәзитен даими яҙҙырыусы Миңъямал Ғилманова ла беҙҙе ихлас ҡаршылай. Почтальон уны алдағы йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙҙырған арала мин хужабикәнән “Йәнтөйәк”те ни өсөн һайлауын һораштым.
— Тыуған Башҡортостанымды бик яратам. Бала саҡтан башҡорт телен өйрәндем һәм һөйләштем. Беҙҙең ауылда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Бер ғаилә кеүек татыубыҙ. Ҡыҙым Валерияның тормош иптәше башҡорт, ейәндәрем дә башҡортса яҡшы һөйләшә, өйрәнә, — тип һөйләне Миңъямал Яндугушевна. — Башҡорт телендәге гәзитте яратып уҡыйбыҙ, артабан да алдырасаҡбыҙ.
Лилиә Ғайсинаның маршруты — Тигермән ауылы. Ул почтала 30 йылға яҡын эшләй, 1992 йылда бирегә килә лә башҡаса һөнәрен алмаштырмай. Ошо йылдар эсендә тырышлығы һәм әүҙемлеге өсөн бер нисә тапҡыр бүләкләнә.
Бына беҙ Майһылыу һәм Александр Имаевтарҙа ҡунаҡта.
— “Караидел” һәм “Йәнтөйәк” — беҙҙең яратып уҡыған гәзиттәребеҙ. Уларҙа барыһы ла ҡыҙыҡлы. Баҫмаларыбыҙ оҙаҡ йәшәһен әле, — ти Имаевтар.
Ә 84 йәшлек Мөнәүәрә Әкбәрова “районка”ларҙан тыш башҡа гәзит-журналдарҙы ла алдыра.
— Хат ташыусы Лилиәбеҙ тырышып эшләй, гәзиттәрҙе ваҡытында тарата. Мин уның ярҙамы менән утҡа, телефонға түләйем, кәрәк-яраҡты алам, — ти хеҙмәт ветераны.
Тиҫтәләрсә туҡталыштар яһап, тиҫтәләрсә йорттарға инеп, көсөргәнешле эш көнөнән һуң, ауыр почта сумкаһын, битлек-бирсәткәләрҙе һалып (барлыҡ һаҡланыу саралары ҡулланылды), улар өйҙәренә ҡайта. Ә тыуған йорттарында әле гүзәл заттарҙы хужалыҡтағы бөтмәҫ мәшәҡәттәр көтә, сөнки улар ауылда йәшәй.