Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
26 Октябрь 2020, 16:52

Башҡорт телендәге гәзит-журналдарға беренселәрҙән яҙыла

«Милли матбуғат саралары туған телгә һөйөү тәрбиәләргә, башҡорт рухын нығытырға ярҙам итә!» - ти Урмияҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ралия Сәмиғулла ҡыҙы Әхмәтдинова.

Туған телгә ихтирам, ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Нәҡ ғаиләлә ата-әсә өлгөһөндә бала туған телдә һөйләшергә өйрәнә, ата-әсәһенә эйәреп, башҡорт йырҙарын тыңлай, телевидение экрандары аша туған телебеҙҙәге рухлы тапшырыуҙарҙы ҡарай, тәү башлап башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ҡулына ала. Шундай илһөйәр, телһөйәр ғаиләләрҙең береһе Ралия һәм Илшат Әхмәтдиновтар Урмияҙ ауылында йәшәй.
- Мин һәр йылды тәүҙә башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылам. Быйыл да “Йәнтөйәк” гәзитенә, “Аманат”, “Шоңҡар” “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарына яҙылып ҡуйҙым. 3-сө класта уҡыусы Тимур улым менән “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын бергәләп ҡарап, уҡыйбыҙ. Бөгөнгө интернет, гаджеттар заманында, баланы китап һәм гәзит-журналдар уҡырға йәлеп итеү еңелдән түгел. Шуға ла уның күҙ алдында һәр саҡ ошо милли баҫмаларыбыҙ ятһа, ваҡыт табып, ата-әсәләр ҙә уларҙы бергәләп уҡып алыуҙы матур йолаға әйләндерһә, нисек яҡшы булыр ине, - ти Урмияҙ урта мәктәбендә балаларға башҡорт теле серҙәрен асыусы уҡытыусы Ралия Сәмиғулла ҡыҙы.

Наилә Имаева.



Читайте нас: