Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре башҡорт телендәге «Йәнтөйәк» район-ара гәзитен пропагандалауҙа һәм таратыуҙа һәр саҡ ярҙам итә. Был юлы ла улар ситтә ҡалманы. Бар ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, бөгөн хаҡлы ялда ла гөрләтеп донъя көтөүсе Орҡоя апай Кәлимуллина, Асия апай Исламғәлиева, Руза апай Әхмәҙишина “Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына ҡушылып, баҫмабыҙҙы балаларына бүләк итте.
Әйткәндәй, был рухлы, телһөйәр ағинәйҙәр һәр саҡ ике гәзиткә яҙыла: “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк”.
- Почтальонды көтөп алам. Гәзиттәрҙе бер һүҙен дә ҡалдырмай уҡып барам. Бөтә яңылыҡтарҙы шулай гәзит аша беләм. "Ышаныч"тағы хикәйәләрҙе лә яратып уҡыйым, - ти 86 йәшендә лә гәзитте күҙлекһеҙ уҡыған Орҡоя апай. Алты бала үҫтергән ағинәй бөгөн 18 ейән-ейәнсәренең, 21 бүлә-бүләсәренең һөйөклө өләсәһе лә.
- “Ғүмер буйы “районка”ны алдырам, яратып уҡыйым, - тип һүҙгә ҡушылды хеҙмәт ветераны Асия Туймөхәмәт ҡыҙы ла. - Ейәнсәремә “Йәнтөйәк” тә бүләк иттем. Бәләкәйҙән гәзит-журналдар, китаптар уҡып үҫһен ине балалар. Күңелдәре лә, эштәре лә, телмәрҙәре лә матур булыр шул саҡта.
“Афарин!”— тибеҙ ҡашҡаларға. Яҡындарҙы, балаларҙы ҡыуандыра белеү — иң сауаплы эш. Иҫегеҙҙән сығармағыҙ: Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына аң, зиһен, тойғо, йөрәк бүләк иткән. Кеше ошо бүләктәрҙең ҡәҙерен белеп, изгелек ҡылып уларҙы үҫтерһә, күңеленә тыныслыҡ, йәненә-тәненә файҙа ала.
Наилә Имаева.