Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
14 Октябрь 2020, 14:15

Алдағы йылға ла «Йәнтөйәк»кә яҙылды

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, баҫмабыҙ үткәргән бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыусы , Солтанай ауылында йәшәүсе Рәйсә Сәләхетдинова 1 октябрҙән 10-ына тиклем иғлан ителгән ун көнлөк сиктәрендә йылдағыса алдағы ярты йыллыҡҡа «Йәнтөйәк» һәм «Ышаныч» гәзиттәренә яҙылды.

— Район гәзиттәренән айырылғаным юҡ. Һәр ваҡыт форсаттан файҙаланып, ун көнлөктә яҙылып ҡалырға тырышам. “Йәнтөйәк” те инде сыға башлағандан алып йыл да алдырам. Гәзит бик оҡшай, алты район яңылыҡтары менән танышам, унда баҫылған уңған, булдыҡлы, һәләтле кешеләр, күренекле яҡташтар тураһындағы мәҡәләләрҙе ихлас уҡыйым, сайттағы, социаль селтәрҙәрҙәге материалдарҙы көн дә ҡарап барам, таныштар, ауылдаштар тураһындағыларын туғандарыма ла уҡырға ебәрәм,— ти Рәйсә Ғафуръян ҡыҙы.
Рәйсә Сәләхетдинова үҙе лә почтальон булып эшләгән кеше булараҡ, милли матбуғатҡа яҙҙырыу, уны таратыу эшен яҡшы белә. Тоғро дуҫыбыҙ әленән-әле ауыл, ауыл биләмәһе яңылыҡтары менән беҙҙе таныштыра. Ауылда ойошторолған бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй тиерлек.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: