Ихласлығы, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге, ҡунаҡсыллығы менән һоҡландырған мәғариф хеҙмәте ветераны Рәфидә Мәхийән ҡыҙы Кәлимуллина «Йәнтөйәк» гәзитенә һәр саҡ яҙыла.
- Мин гәзит-журналдар уҡырға бик яратам. Почтальон килеүен көтөп алам. “Йәнтөйәк”те лә хәҙер үҙ иттек. Күрше-тирә райондарҙың да яңылыҡтарын уҡып барабыҙ. Районыбыҙҙа сыҡҡан ике гәзиткә яҙылыусылар араһында уйнатылған лотореяла бүләк тә отҡаным булды. Был юлы ла ташламалы хаҡҡа «Йәнтөйәк»кә лә, «Ышаныч»ҡа ла яҙылдыҡ, — тине Рәфидә Мәхийән ҡыҙы.
"Йәнтөйәк"тең хаҡлы ялдағы шундай асыҡ йөҙлө, изге күңелле тоғро дуҫтарына киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең менән бергә ҡалыуҙарына рәхмәт белдереп, ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, йән тыныслығы, рухи байлыҡ, имен тормош теләйбеҙ!