Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
6 Октябрь 2020, 22:50

«Йәнтөйәк»кә - коллектив менән!

Ҡашҡа ауыл Советы хакимиәте коллективы 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ла “Йәнтөйәк”кә берҙәм яҙылды!

2021 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгөндә Ҡашҡа ауыл биләмәһенә эш сәфәре менән барҙыҡ. Беҙҙе баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, гәзитебеҙҙе таратыуҙа һәм пропагандалауҙа һәр саҡ ярҙам итеүсе рухлы, әүҙем ағинәй Сания Зайнулла ҡыҙы Сәлихова ҡаршы алып, оҙатып йөрөнө. Әйткәндәй, уның ҡул арты еңел булып сыҡты! Был көндө дуҫтарыбыҙ артты.
Һәр ваҡыттағыса эш сәфәребеҙ ауыл Советынан башланды. Унда беҙҙе хакимиәт башлығы Ҡәнәфи Ибатулла улы Шакируллин менән эштәр менән идара итеүсе Гөлшат Вил ҡыҙы Нурдәүләтова ҡаршы алып, биләмәләге хәлдәр менән таныштырҙы.
Берҙәм коллектив Башҡорт теле йылында районыбыҙҙа башҡорт телендә сығыусы «Йәнтөйәк» гәзитенә был юлы ла берҙәм яҙылып, башҡаларға матур өлгө күрһәтте. Ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сания Зайнулла ҡыҙы ла хеҙмәттәштәренең матур башланғысын хуплап, уларға ихлас ҡушылды.
Хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә яуаплы эштәрендә уңыштар теләп, артабан да “Йәнтөйәк” менән бергә ҡалыуҙарын теләйбеҙ! Афарин!
Наилә Имаева.
Читайте нас