Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
6 Октябрь 2020, 23:45

«Йәнтөйәк»кә ихлас яҙылды

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы Әнүзә Мостафа ҡыҙы Ғилфанова «Йәнтөйәк»кә тоғро ҡалды.

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуып үҫкән Әнүзә Мостафа ҡыҙы Асҡын районына эшкә 1984 йылда килә. Тәүҙә Билгеш, артабан оҙаҡ йылдар Ҡашҡа урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, ( барыһы 36 йыл) хаҡлы ялға сыға. Бөрйән ырыуы башҡорто милли аш-һыуҙар әҙерләп, ҡашҡаларҙы һәр саҡ һоҡландыра. Ул әҙерләгән ҡорот, ҡымыҙ, сәк-сәк менән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алалар.
Йыр-моңға ғашиҡ уҡытыусы ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас та сәхнәне ташламай. Районда үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнаша. Район китапханаһы ойошторған “Тыуған ерем шағирҙары тауышы” тигән шиғыр уҡыусылар бәйгеһендә лә ҡатнашып, еңеү яулай һәм диплом менән бүләкләнә. Әмир ауылында тыуып үҫкән күренекле шағирыбыҙ Ғосман Садәнең яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уның поэмаһын һөйләп, видеоролик ебәрә ул.
- Гәзит-журналдар, китап уҡырға яратам. Бигерәк тә быйыл, Башҡорт теле йылында, туған телебеҙҙәге баҫмаларға яҙылып, барлығыбыҙҙы белдерәйек, берҙәмлегебеҙҙе күрһәтәйек! - тип ҡалғандарҙы ла “Йәнтөйәк”кә яҙылырға өндәне 36 йыл туған тел һағында торған Әнүзә апай Ғилфанова.
Наилә Имаева.
Читайте нас: