Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
4 Октябрь 2020, 11:05

«Йәнтөйәк»тең тоғро дуҫтары

Матбуғатҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланыу менән, баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы , йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йөрөүсе мәғариф хеҙмәте ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина етәкселегендә Ҡарткиҫәк ауылының иң өлгөр ағинәйҙәре «Йәнтөйәк»кә яҙылып та ҡуйҙы!

Һәр ауылда һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ ағинәйҙәребеҙ булыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, улар хәҙер генә фәһемле кәңәштәрен бирә, теге йәки был эште башҡарып та ҡуя.
Ҡарткиҫәк ауылында ла халҡыбыҙ традицияларын тергеҙеп, уға йән өрөп, йәштәргә үрнәк булып йәшәүсе апайҙарыбыҙ күп. Бигерәк тә баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, беренсе һанынан алып беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән, үҙе лә мәҡәләләр яҙып торған Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллинаға рәхмәтлебеҙ.
Бына әле лә 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланыу менән, Фәнирә Мәүли ҡыҙы етәкселегендә Ҡарткиҫәк ауылы ағинәйҙәре Фәниә Нурлыҡаева, Рәйлә Ибраһимова, Рәлифә Гәрәева беренселәрҙән булып «Йәнтөйәк»кә яҙылып та ҡуйған! Уларҙан өлгө алып, ҡалғандар ҙа Башҡорт теле йылында башҡорт телендә сығыусы район-ара гәзиткә иң беренсе яҙылыр, тигән теләктә ҡалабыҙ!
- Гәзиттә рухыбыҙҙы байытыр, матур эштәргә дәртләндерер, сәмләндерер, уйландырыр мәҡәләләр күп. “Йәнтөйәк”тең сайты ла, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре лә бик матур эшләй, береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк материалдар донъя күреп кенә тора. Беҙҙең Ҡарткиҫәк ауылы тормошон, уңғандарҙы, йүнселдәрҙе лә нәҡ “йәнтөйәк”тәр беренселәрҙән булып яҙып сыға! - ти ағинәйҙәр.
Наилә Имаева.
Читайте нас: