Ҡәҙерле дуҫтар! Матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителеү менән күп йылдар дауамында үткәрелеп, матур традицияға әйләнгән “Йәнтөйәк” бүләк итәм” изгелек һәм мәрхәмәтлек акцияһын йәнләндереп, тергеҙеп ебәрҙек. Башҡорт теле йылында изге ниәттән ойошторолған сарала ҡатнашып, районыбыҙҙа туған телебеҙҙә сығыусы баҫманы таратыуҙа, пропагандалауҙа үҙ өлөшөңдө индереү һәр кемгә мәртәбә генә өҫтәр.
Һәр ваҡыттағыса матур башланғыстарыбыҙҙы күтәреп алыусы район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина хәйриә акцияһына беренселәрҙән ҡушылып, Иҫке Ҡаҙансы ауылында күп бала тәрбиәләүсе ғаиләгә баҫмабыҙҙы бүләк итте.
“Башҡорт теле йылында район Советы депутаттары ла әүҙем ҡушылып, илһөйәрлегебеҙҙе, телһөйәрлегебеҙҙе күрһәтер, тип ышанам”, - тине хәйриә акцияһына беренселәрҙән булып ҡушылыусы район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина.