Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн, 1 октябрҙә, 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа ташламалы яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Ул 10 октябргә тиклем дауам итә.
Форсаттан файҙаланып, Солтанбәк урта мәктәбе уҡытыусылары беренселәрҙән булып «Йәнтөйәк», «Аскинская новь», «Ышаныч» гәзиттәренә ун көнлөктә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡуйҙы.
- Һәр йылды гәзит-журналдарға беренселәрҙән булып яҙылабыҙ. Бигерәк тә районыбыҙҙа сыҡҡан гәзиттәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Бөгөн дә, ун көнлөктөң беренсе көнөндә, уҡытыусылар үҙҙәре теләгән гәзиттәргә ихлас яҙылды. Кемдер – башҡорт, кемдер – татар, кемдер рус телендә сыҡҡан гәзитте һайланы. Ғөмүмән, беҙ гәзиттәрҙе лә, сайттарҙы ла, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙе лә ҡарап, уҡып барабыҙ. Районыбыҙҙағы, республикабыҙҙағы, илебеҙҙәге яңылыҡтарҙы нәҡ ошо сығанаҡтар аша белеп барабыҙ, - тип редакция коллективына ижади уңыштар теләне яңы уҡыу йылынан мәктәпте етәкләүсе Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы Фәррәхова.