Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
3 Август 2020, 17:38

Яңы дуҫтар ҙа таптыҡ

Матбуғатҡа яҙылыуҙың һуңғы осоронда редакция хеҙмәткәрҙәре Ҡыҙыл Үреш, Подлубов, Ҡортлокүл, Яугилде, Әртәкүл, Муллаҡай почта бүлексәләрендә булды. Урындағы халыҡ 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашты.

Мәҫәлән, Подлубов почтальоны Рәзилә Вәлинурова ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт телендәге район-ара баҫмаға ете квитанция тултырҙы. Беренселәрҙән булып Лилиә Хәкимова яҙылды.
Ҡортлокүлдән хөрмәтле ветеран Фәтиха Ғәйнелйәнова ла баҫмаларға әүҙем яҙылыусыларҙың береһе булды. Дәүештән Әлфирә һәм Рауил Мөхөтдиновтар, Нәғретдин ауылынан Нәфиға Әхмәтшина, Муллаҡайҙан Ралия Абрарова гәзиттәргә ихлас яҙылды.
— “Йәнтөйәк” гәзитен йыл һайын алдырабыҙ. Башҡорт теленең мөһимлеген, кәрәклеген аңлайбыҙ, туған телебеҙҙәге баҫмаларҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Шуға ла “Йәнтөйәк”кә лә алдан уҡ яҙылып ҡуйҙыҡ, — ти Яңы Бәрҙәш ауылынан Ғиндуллиндар ғаиләһе.
Матбуғатҡа яҙылыу көндәре Байҡы, Ҡараяр һәм Атнаш ауылдарында ла уҙҙы. “Йәнтөйәк” тең дуҫтары был ауылдарҙа ла булыуы беҙҙе һөйөндөрҙө.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: