Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
3 Август 2020, 17:40

Гәзитле лә, бүләкле лә булды

“Йәнтөйәк” менән мәктәп йылдарынан дуҫмын“, — ти “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Инзилә Ғәлиева. Ҡәҙерле дуҫтар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле киләһе йылға гәзит-журналдарға алдан яҙылыу бара.

Гәзиткә яҙылып, бүләк отоусылар араһында Асҡын ауылында йәшәүсе “Йәнтөйәк”тең дуҫы, “Ғаилә”үҙәге етәксеһе Инзилә Рауфан ҡыҙы Ғәлиева ла бар.
— “Йәнтөйәк” менән мәктәп йылдарынан дуҫмын. Элегерәк үҙем дә мәҡәләләр яҙа инем, шиғырҙарым да сыҡҡаны булды. Алты район яңылыҡтары менән танышып барыу өсөн бик уңайлы был гәзит. Киләсәктә лә яҙылып, уҡып барырмын”, — тине Инзилә Рауфан ҡыҙы.

Әйткәндәй...
Киләһе йылға алдан яҙылыу бара

Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге ярты йыллыҡ хаҡы буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдә башланды һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була. Сервис навигациялары гәзит атамаһы, индексы буйынса табырға ярҙам итә, яҙылыу иһә бер нисә минут ваҡытты ала.

Баҫма киң мәғлүмәт сараһын шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог буйынса һәм хат ташыусы аша өйҙә алдыртырға мөмкин. “Йәнтөйәк”кә алты айға яҙылыу хаҡы — 446 һум 46 тин. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Наилә Имаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: